Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -


1 Фессалоникаларға 3 - Инжил

1 Шуға күрә көтөп тора алманыҡ, Афинала үҙебеҙ генә ҡалырға булдыҡ,

2-3 һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.

4 Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла.

5 Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.

6 Ә хәҙер Тимофей янығыҙҙан ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк осрашырға теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде.

7 Был хәбәрҙе ишеткәс, имандаштар, үҙебеҙ кисергән бөтөн мохтажлыҡтарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең иманығыҙ менән йыуандыҡ.

8 Һеҙҙең Раббыла ныҡ тороуығыҙ беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй.

9 Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!

10 Һеҙҙең менән осрашыу һәм иманығыҙҙа етешмәгән нәмәләрҙе биреү өсөн көнө-төнө доға ҡылабыҙ.

11 Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең янға барыр юлыбыҙҙы турайтһын.

12 Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.

13 Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
Lean sinn:



Sanasan