Зөлкифел 48 - Изге ЯҙмаЕрҙең ырыуҙар араһында бүленеүе 1 – Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр. 2 Ашерға бер өлөш бирелер. Уның биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Дандың ерҙәре менән сиктәш булыр. 3 Нафтали биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Ашер ерҙәре менән сиктәш булыр. 4 Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр. 5 Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр. 6 Рәүвән биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Әфраим ерҙәре менән сиктәш булыр. 7 Йәһүҙә биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Рәүвән ерҙәре менән сиктәш булыр, – дип белдерә Раббы Хаким. – 8 Йәһүҙә биләмәһе менән сиктәш, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылған, һеҙҙең тарафтан айырылған махсус ер булыр. Уның иңе – егерме биш мең терһәк, ә оҙонлоғо көнсығыштан көнбайышҡа табан һәр ырыуҙың биләмә оҙонлоғона тиң. Ошо ерҙең уртаһында Изге торлаҡ урынлашыр. 9 Раббы өсөн айырылған изге биләмәнең оҙонлоғо – егерме биш мең, иңе егерме мең терһәк булыр. 10 Был – ҡаһиндар өсөн мөҡәддәс өлөш буласаҡ. Төньяҡҡа – оҙонлоғо егерме биш мең, көнбайышҡа – иңе ун мең, көнсығышҡа – иңе ун мең, ә көньяҡҡа оҙонлоғо егерме биш мең терһәк булыр. Уртаһында Раббының Изге торлағы урынлашыр. 11 Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы. 12 Изге ерҙең бер өлөшө булған был махсус биләмә – уларҙыҡы; изгеләрҙән-изге һаналған был биләмә левиҙәр ере менән сиктәш. 13 Левиҙәргә килгәндә, улар ҡаһиндарҙың биләмәһе янында биләмә алыр. Ул ерҙең оҙонлоғо – егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк булыр. 14 Левиҙәр был биләмәгә ингән ерҙәрҙе һата ла, алмаштыра ла алмаҫ. Иң яҡшы һаналған был биләмә башҡа ҡулдарға күсергә тейеш түгел, сөнки ул – Раббының изгеһе. 15 Бүленгәндән ҡалған иңе биш мең терһәк, оҙонлоғо егерме биш мең терһәк ер ҡала өсөн дөйөм ҡулланыуға бирелер. Был ерҙә көтөүлектәр булыр, өйҙәр төҙөлөр һәм уртаһында ҡала урынлашыр. 16 Ҡаланың үлсәмдәре былай булыр: төньяғы ла, көньяғы ла, көнсығышы ла, көнбайышы ла – дүрт мең биш йөҙәр терһәк. 17 Ҡала өсөн бүленгән көтөүлектәрҙең үлсәме былай булыр: төньяҡтан да, көньяҡтан да, көнсығыштан да, көнбайыштан да ике йөҙ иллешәр терһәккә һуҙылыр. 18 Ҡаланың көнсығыш һәм көнбайыш яғындағы ҡалған ерҙең – ул изге биләмә менән сиктәш – уңышы ҡалала эшләгән кешеләр өсөн ризыҡ булыр, ул ерҙең оҙонлоғо ла, киңлеге лә унар мең терһәк тәшкил итә. 19 Ҡалала йәшәгән һәр кем, ул ҡайһы ырыуҙан булмаһын, ошо тупраҡты эшкәртер. 20 Оҙонлоғо ла, киңлеге лә егерме бишәр мең терһәк булған был дүрткел биләмә, ҡаланың ерен дә индереп, изге биләмәгә төшкән өлөш булараҡ айырып алыныр. 21 Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғында ҡалған ер Исраилға хаким булған кешегә тәғәйенләнә. Уның ере – егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнсығышҡа табан, илдең көнсығыш сиктәренә тиклем, һәм егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнбайышҡа табан, илдең көнбайыш сиктәренә тиклем һуҙылыр. Ырыуҙарҙың биләмәләре буйлап урынлашҡан ул ике төбәк хакимдыҡы булыр. Изге биләмә менән ҡорамдың изге торлағы хаким ерҙәре уртаһында урынлашыр. 22 Левиҙәргә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөш хакимға бирелгән ерҙәрҙең араһында ҡалыр. Хакимдың биләмәһе Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуы биләмәләре араһында булыр. 23 Ҡалған ырыуҙарға төшкән өлөш былай: Бинйәмин биләмәһе көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылыр. 24 Шимғон биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Бинйәмин ерҙәренә сиктәш булыр. 25 Исасхар биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Шимғон ерҙәре менән сиктәш булыр. 26 Зевулун биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Исасхар ерҙәре менән сиктәш булыр. 27 Ғад биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Зевулун ерҙәре менән сиктәш булыр. 28 Ғадтың биләмәһенең көньяҡ сиге Тамарҙан алып Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, унан Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. 29 Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким. Йәрүсәлим ҡапҡалары һәм ҡаланың яңы исеме 30 – Бына ҡаланан сығыу урындары: дүрт мең биш йөҙ терһәккә һуҙылған төньяҡ диуарҙа 31 өс ҡапҡа булыр – Рәүвән, Йәһүҙә, Леви ҡапҡалары. Ҡаланың ҡапҡалары Исраил ырыуҙарының исемдәре менән аталыр. 32 Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнсығыш яҡта өс ҡапҡа – Йософ, Бинйәмин, Дан ҡапҡалары – булыр. 33 Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көньяҡ диуарҙа өс ҡапҡа – Шимғон, Исасхар, Зевулун ҡапҡалары – булыр. 34 Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнбайыш яҡта өс ҡапҡа – Ғад, Ашер, Нафтали ҡапҡалары – булыр. 35 Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia