Зөлкифел 44 - Изге ЯҙмаЯбыҡ ҡапҡа 1 Шунан һуң теге кеше мине Изге торлаҡтың көнсығыш яғындағы тышҡы ҡапҡаға алып килде. Ҡапҡа ябыҡ ине. 2 Раббы миңә: – Был ҡапҡа һәр ваҡыт ябыҡ торасаҡ, асылмаясаҡ. Бынан бер кем дә инмәйәсәк, – тине, – сөнки унан Раббы, Исраил Аллаһы, инде. Шуға күрә ул ябыҡ торасаҡ. 3 Бары тик хаким – хаким булған өсөн генә – шул ҡапҡа бинаһының эсендә Раббы хозурында ултырып икмәк ашар; ул ҡапҡа айуаны аша инер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр. Сит ил кешеләре ҡорамға инергә тейеш түгел 4 Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. 5 Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Раббы ҡорамының барлыҡ ҡағиҙәләре һәм ҡанундары тураһында һөйләгәндәремә күңел һал, күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Кемгә Изге торлаҡҡа инергә мөмкин, кемгә инергә мөмкин булмағанын яҡшылап хәтереңдә ҡалдыр. 6 Фетнәсел Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил халҡы! Етер һеҙгә әшәкелектәр ҡылырға! 7 Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ. 8 Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ». 9 Раббы Хаким былай ти: «Йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙан береһе лә, хатта улар Исраил халҡы араһында йәшәһә лә, Изге торлағыма инмәһен». Левиҙәр һәм ҡаһиндар тураһындағы ҡағиҙәләр 10 Исраил Минән ситләшкән замандарҙа Минән йыраҡлашҡан, Мине ташлап, боттарына эйәргән левиҙәр гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. 11 Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп, уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр. 12 Әммә улар, боттарға табынған Исраил нәҫеленә хеҙмәт итеп, халыҡты гонаһҡа батырған өсөн, Мин ҡулымды күтәреп ант итәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – улар гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. – 13 Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар. 14 Мин уларға ҡорамды һаҡлауҙы һәм ундағы бөтә эштәрҙе йөкмәтәм. 15 Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. – 16 Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр. 17 Эске ихатаның ҡапҡаһынан ингән ваҡытта ҡаһиндар етен кейем кейгән булыр. Эске ихатаның ҡапҡаһынан эстә һәм ҡорам эсендә хеҙмәт иткәндә уларҙың өҫтөндә бер ниндәй ҙә йөн кейем булмаҫҡа тейеш. 18 Баштарындағы сәлләләре лә етен булһын, тәндәренә тейеп торған эске кейемдәре лә етен булырға тейеш. Тирләтә торған кейем кеймәһендәр. 19 Ә тышҡы ихатаға халыҡ янына сығыр алдынан, хеҙмәт иткәндәге кейемдәрен сисеп, изге бүлмәләрҙә ҡалдырһындар һәм башҡа кейем кейһендәр, сөнки изге кейемдәре менән халыҡҡа ҡағылырға тейеш түгелдәр. 20 Ҡаһиндар баштарын ҡырмаһын, сәстәрен оҙон итеп тә үҫтермәһен, ҡырҡып тигеҙләп торһондар. 21 Эске ихатаға керергә кәрәк булғанда бер ҡаһин да шарап эсмәһен. 22 Ҡаһиндар тол ҡатынға ла, иренән айырылған ҡатынға ла өйләнмәһен. Уларға Исраил тоҡомонан булған ғиффәтле ҡыҙҙы йәки башҡа бер ҡаһиндан тол ҡалған ҡатынды ғына алырға мөмкин. 23 Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер. 24 Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр. 25 Ҡаһин, мәйет янына барып, үҙен нәжесләмәһен. Вафат булған кеше ҡаһиндың атаһы, әсәһе, улы йәки ҡыҙы, ағаһы йә энеһе, тормошҡа сыҡмаған апаһы йә һеңлеһе булһа ғына, ҡаһинға үҙен нәжесләргә мөмкин. 26 Бынан һуң ул, таҙарыныу йолаһын башҡарып, ете көн көтөргә тейеш. 27 Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн эске ихатаға ингәндә, ул үҙе өсөн бер гонаһ ҡорбаны килтерһен, – тип белдерә Раббы Хаким. – 28 Ҡаһиндарға Исраил халҡы араһында бер ниндәй ҙә биләмә бирмәгеҙ. Уларҙың биләмәһе һәм өлөшө – Мин Үҙем. 29 Икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр. 30 Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор. 31 Ҡаһиндарға үҙе үлгән йәки ҡырағай йәнлек ботарлаған ҡош һәм хайуандың үләкһәһен ашарға ярамай. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia