Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 40 - Изге Яҙма


Яңы ҡорам тураһында күренмеш: ҡапҡалар, ихаталар һәм бүлмәләр

1 Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.

2 Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.

3 Алла мине шунда алып килде. Унда баҡыр һымаҡ ялтырап торған бер кеше күрҙем. Ул, ҡулына етен бау менән ҡамыштан яһалған үлсәү таяғы тотоп, ҡапҡа төбөндә тора ине.

4 Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Көнсығыш ҡапҡаһы

5 Мин ҡорамдың әйләнәһен уратып алған диуар күрҙем. Теге кешенең ҡулындағы үлсәү таяғының оҙонлоғо алты терһәк булып, был терһәк бер ус аяһын өҫтәп һанала ине. Ул кеше диуарҙы үлсәне: оҙонлоғо ла, бейеклеге лә бер таяҡ булды.

6 Шунан ул көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаға табан китте лә уның баҫҡысынан менде. Ҡапҡаның тупһаһын үлсәне – киңлеге бер таяҡ булды, тимәк, бер тупһа – бер таяҡ.

7 Ҡапҡа диуарҙарындағы бүлмәләрҙең һәр береһенең буйы һәм иңе – бер таяҡ, ә бүлмәләрҙең араһы биш терһәк ине. Ҡорамға ҡараған айуандың ҡапҡа тупһаһы бер таяҡ оҙонлоғонда ине.

8 Шунан ҡапҡаның айуанын үлсәне;

9 уның киңлеге – һигеҙ терһәк, айуан бағаналарының ҡалынлығы икешәр терһәк булды. Был айуан ҡапҡаның ҡорамға ҡараған яғында ине.

10 Көнсығыш ҡапҡаның диуарҙарында һәр ике яҡлап өсәр ян бүлмә эшләнгән; улар барыһы ла бер үлсәмдә. Бүлмәләр араһындағы диуарҙар ҙа бер үлсәмдә ине.

11 Шунан ул ҡапҡаның уйымын үлсәне: уның киңлеге ун терһәк ине. Ә тотош ҡапҡаның киңлеге ун өс терһәк ине.

12 Һәр ян бүлмәнең алдында – бер терһәклек кәртә, икенсе яҡта ла бер терһәклек кәртә бар. Ян бүлмәләрҙең һәр яғы алты терһәк тәшкил итә.

13 Артабан ул бер бүлмәнең артҡы диуарынан ҡаршы яҡтағы бүлмәнең артҡы диуарына тиклем араны үлсәне – ул егерме биш терһәк булды.

14 Бағаналарҙы үлсәне, алтмыш терһәк булды. Ҡапҡа әйләнәһендәге ихата бағаналарға тиклем һуҙылғайны.

15 Ҡапҡаға ингән ерҙән алып айуан яғынан сығыу урынына тиклем ара илле терһәк ине.

16 Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.


Тышҡы ихата

17 Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.

18 Ҡапҡаларҙың һәр ике яғындағы тәпәшерәк таш юлдың киңлеге ҡапҡаның киңлеге менән бер ине.

19 Тышҡы түбәнге ҡапҡаның эске яғынан эске ихатаның ҡапҡаһына тиклем үлсәне: йөҙ терһәк булды. Көнсығыш һәм төньяҡ тарафта ла шулай ине.


Төньяҡ ҡапҡаһы

20 Ул шулай уҡ тышҡы ихатаның төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһының оҙонлоғо менән киңлеген үлсәне.

21 Уның һәр ике яғындағы өсәр ян бүлмә, улар араһындағы диуарҙар һәм айуан беренсе ҡапҡаныҡы кеүек ине. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып,

22 ундағы тәҙрәләр, айуан, хөрмә ағасы һүрәттәре көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаныҡы кеүек ине; ҡапҡаға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан.

23 Төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаның ҡаршыһында ла, көнсығышҡа ҡараған ҡапҡалағы кеүек, эске ихатаға илткән ҡапҡа бар. Ул был ике ҡапҡа араһын үлсәне – йөҙ терһәк булды.


Көньяҡ ҡапҡаһы

24 Был кеше мине көньяҡҡа табан алып барҙы. Унда көньяҡҡа ҡараған бер ҡапҡа күрҙем. Ул ҡапҡаның бағаналарын һәм айуанын үлсәне, улар ҙа башҡа ҡапҡаларҙыҡы һымаҡ ҙурлыҡта ине.

25 Ҡапҡаның һәм айуандың диуарҙарында ла, башҡа ҡапҡаларҙағы һымаҡ, һәр яҡтан шундай уҡ тәҙрәләр бар; ҡапҡа диуарҙарының буйы – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып,

26 уға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан. Әлеге диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгән.

27 Эске ихатаның көньяғында ла ҡапҡа бар ине. Теге кеше шул ҡапҡанан көньяҡтағы тыш ҡапҡаға тиклем булған араны үлсәне – йөҙ терһәк булды.


Эске ихатаның ҡапҡалары

28 Ул мине көньяҡ ҡапҡанан эске ихатаға алып инде һәм көньяҡ ҡапҡаны үлсәне – ул да башҡа ҡапҡалар кеүек ине.

29 Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.

30 Эске ихаталағы һәр ҡапҡа айуанының киңлеге – егерме биш терһәк, ә оҙонлоғо биш терһәк ине.

31 Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, бағаналарында хөрмә ағасы һүрәттәре бар; унда һигеҙ баҫҡыс алып менә.

32 Шунан һуң ул мине көнсығыш ҡапҡа аша эске ихатаға алып инде һәм ҡапҡаны үлсәне, уныһы ла башҡа ҡапҡалар һымаҡ ине.

33 Уның бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.

34 Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә.

35 Шунан ул мине төньяҡ ҡапҡаға алып килде һәм уны үлсәне. Ул да башҡа ҡапҡалар һымаҡ ине.

36 Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары, айуаны һәм яҡ-яҡтағы тәҙрәләре башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш ине. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк.

37 Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә.


Ҡорбандарҙы әҙерләү бүлмәләре

38 Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине.

39 Айуандың һәр ике яғында икешәр өҫтәл тора, уларҙа тотош яндырыу ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны, ғәйеп ҡорбаны салалар.

40 Ҡапҡа айуанының тышҡы яғында, төньяҡ ҡапҡаға ингән юлда, ике яҡлап икешәр өҫтәл ҡуйылған.

41 Ҡапҡаның эсендә-тышында һәр яҡлап дүртешәр өҫтәл булып, ҡорбан салыу өсөн бөтәһе һигеҙ өҫтәл тора ине.

42 Тотош яндырыу ҡорбаны өсөн шымартылған таштан буйы һәм иңе бер терһәк ярым, бейеклеге бер терһәк булған дүрт өҫтәл бар ине. Уларҙың өҫтөнә тотош яндырыу ҡорбаны һәм бүтән ҡорбандар салыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла ине.

43 Диуарҙарға һәр яҡлап ус аяһы оҙонлоғондағы ырғаҡтар беркетелгән, ә өҫтәлдәрҙең өҫтөнә ҡорбан ите һалына ине.


Ҡаһиндар өсөн билдәләнгән бүлмәләр

44 Эске ихатала эске ҡапҡа эргәһендә ике бүлмә бар ине. Уларҙың төньяҡ ҡапҡа янындағыһы – көньяҡҡа, ә көньяҡ ҡапҡа янындағыһы төньяҡҡа ҡарай ине.

45 Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә – ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн;

46 ә төньяҡҡа ҡарағаны ҡорбан усағы тирәһендә хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн тәғәйенләнгән. Улар – Садоҡ улдары. Леви нәҫеленән тик улар ғына хеҙмәт итер өсөн Раббыға яҡынлаша ала, – тине.

47 Ул эске ихатаны үлсәне: дүрт мөйөшлө булып, уның буйы – йөҙ, иңе йөҙ терһәк булды. Ҡорбан усағы иһә шунда, ҡорамдың ҡаршыһында урынлашҡайны.


Ҡорам

48 Шунан ул мине ҡорамдың айуанына алып инде һәм тышҡы диуарының бағаналарын үлсәне – улар ике яҡтан да бишәр терһәк ҡалынлыҡта булды. Ишек уйымы – ун дүрт терһәк, ә ян-яҡтағы диуарҙар өсәр терһәк ине.

49 Айуандың киңлеге егерме терһәк булып, оҙонлоғо ун ике терһәк ине. Уға ун баҫҡыс буйлап күтәрелергә. Айуанға ингән ерҙә ике яҡтан да бағаналар янында берәр колонна тора ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan