Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 39 - Изге Яҙма


Гогтың еңеләсәге

1 Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын!

2 Мин һине кире борасаҡмын, алыҫ төньяҡтан сығарып, Исраил тауҙарына килтерәсәкмен.

3 Һул ҡулыңдағы йәйәңде бәреп төшөрөрмөн, уң ҡулыңдағы уҡтарҙы тартып алырмын.

4 Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.

5 Һин асыҡ ҡырҙа ятып ҡаласаҡһың. Быны Мин әйттем, – тип белдерә Раббы Хаким. –

6 Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.

7 Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.

8 Ул көн яҡынлашты! Мин әйткән ул көн мотлаҡ киләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –

9 Шул ваҡытта Исраил халҡы ҡалаларҙан сығып усаҡ яғыр, ҡоралдарҙы, ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарҙы, йәйәләрҙе һәм уҡтарҙы, суҡмарҙарҙы һәм һөңгөләрҙе яндырыр. Ете йыл буйы яндырасаҡтар уларҙы.

10 Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –

11 Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирермен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торор. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләрҙәр һәм Һамон-Гог үҙәне тип атарҙар.

12 Исраил халҡы ете ай буйы уларҙы күмеп үҙ илен таҙартыр.

13 Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. –

14 Илде таҙартыу өсөн, ил буйлап йөрөп, ерҙә ятып ҡалған мәйеттәрҙе күмеү өсөн махсус кешеләр тәғәйенләнер. Эҙләнеү эштәрен ете ай үткәс башларҙар.

15 Улар илде йөрөп сығыр һәм, кеше һөйәге күрһәләр, ерләүселәр уны Һамон-Гог үҙәненә күмгәнгә тиклем янына берәй билдә ҡуйыр.

16 Унда Һамона тигән бер ҡала булыр. Улар илде шулай таҙартырҙар».

17 Ә һиңә, эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Һәр төрлө ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға әйт: „Йыйылығыҙ ҙа килегеҙ, һәр яҡлап һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбаныма, Исраил тауҙарындағы бөйөк ҡорбанға ағылығыҙ. Унда ит ашарһығыҙ, ҡан эсерһегеҙ.

18 Башанда һимертелгән малдарҙың – һарыҡ тәкәләренең, бәрәстәрҙең, кәзә тәкәләренең һәм үгеҙҙәрҙең итен ашап, ҡанын эскән һымаҡ, батырҙарҙың итен ашарһығыҙ, ер хакимдарының ҡанын эсерһегеҙ.

19 Мин һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбан ашында туйғансы май ашарһығыҙ, алҡынғансы ҡан эсерһегеҙ.

20 Минең табынымда һеҙ ат һәм һыбайлыларҙы, ҡаһармандарҙы һәм һәр төрлө яугирҙәрҙе мул итеп ашап туйынырһығыҙ“, – тип белдерә Раббы Хаким. –

21 Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк.

22 Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер.

23 Шунда ҡәүемдәр Исраил нәҫеле үҙе ҡылған енәйәттәр арҡаһында һөргөнгә ебәрелгәнен аңлар. Улар Миңә хыянат иткәнгә күрә, Мин уларҙан йөҙ сөйөрҙөм, уларҙы дошмандары ҡулына бирҙем, һәм улар барыһы ла ҡылыстан ҡырылды.

24 Уларға нәжесләнгәндәре һәм енәйәттәре өсөн шулай эшләнем – уларҙан йөҙөмдө йәшерҙем».


Раббының исраилдарҙы үҙ ерҙәренә кире ҡайтарыуы

25 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.

26 Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.

27 Уларҙы ҡәүемдәр араһынан кире ҡайтарып, дошмандарының еренән йыйып алған ваҡытымда, күмәк ҡәүемдәр алдында улар аша Үҙемдең изгелегемде күрһәтермен.

28 Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын.

29 Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan