Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 36 - Изге Яҙма


Алланың Исраилға хәйер-фатихаһы

1 – Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

2 Раббы Хаким былай ти: „Дошман һеҙҙең хаҡта: әһә, мәңгелек түбәләр беҙҙең мөлкәтебеҙ булды, тип әйтә“».

3 Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе башҡа халыҡтарҙың мөлкәте булһын, уларҙың теленә ҡалһын, ғәйбәтенә тарыһын өсөн һәр яҡтан талаған һәм йолҡҡолаған өсөн,

4 шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға

5 Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».

6 Шул сәбәпле Исраил ере тураһында пәйғәмбәрлек ит һәм тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға, үҙәндәргә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡәүемдәрҙең мыҫҡыл итеүҙәрен кисергәнегеҙ өсөн көнсөллөк утында янып, һүҙемде белдерәм.

7 Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – ҡулымды күтәреп ант итәм: әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәр үҙҙәре мәсхәрәгә төшәсәк.

8 Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ.

9 Сөнки Мин һеҙҙең яҡлымын, Мин һеҙҙең тарафҡа бороласаҡмын. Тупрағығыҙ эшкәртеләсәк һәм игеләсәк.

10 Илегеҙҙә йәшәүселәрҙең, бөтә Исраил нәҫеленең һанын арттырасаҡмын. Ҡалаларҙа төйәкләнәсәктәр, емереклектәр ҡабаттан төҙөләсәк.

11 Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.

12 Һеҙгә кешеләремде – халҡым Исраилды – килтерәсәкмен, һәм улар һиңә хужа буласаҡ, һин уларҙың биләмәһе буласаҡһың. Башҡаса уларҙы балаларынан мәхрүм итмәйәсәкһегеҙ».

13 Раббы Хаким былай ти: «Һинең хаҡта: „Эй ил, кешеләр һине әҙәм ашаған һәм халҡын балаһыҙ ҡалдырған ил“, – тиҙәр.

14 Әммә һин бынан һуң әҙәм ашамаясаҡһың, ҡәүемеңде балаларҙан мәхрүм итмәйәсәкһең, – тип белдерә Раббы Хаким. –

15 Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Исраил халҡының яңы тормошо

16 Миңә Раббы һүҙе булды:

17 – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле үҙ тупрағында йәшәгән саҡта тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәре менән уны нәжесләне. Уларҙың бындай ҡылығы Минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙың күрем ваҡытындағы нәжесе кеүек булды.

18 Уларға асыуымды түктем, сөнки илдә ҡан ҡойҙолар һәм уны боттары менән нәжесләнеләр.

19 Уларҙы ҡәүемдәр араһына тараттым, төрлө илдәргә сәселделәр. Тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм иттем уларҙы.

20 Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.

21 Шуға күрә Исраил халҡы үҙҙәре барған ҡәүемдәр араһында бысратҡан изге исемем өсөн ҡайғырҙым.

22 Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен.

23 Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. –

24 Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын.

25 Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.

26 Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен.

27 Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.

28 Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.

29 Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм.

30 Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен.

31 Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.

32 Белеп тороғоҙ, быны һеҙҙең хаҡығыҙға эшләмәйем, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тотҡан юлдарығыҙ өсөн оялығыҙ, йөҙөгөҙ ҡыҙарһын, эй Исраил халҡы!»

33 Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе барлыҡ енәйәттәрегеҙҙән таҙартҡан көндө ҡалаларығыҙҙы төйәкләндерермен, емереклектәр ҡайтанан төҙөлөр.

34 Үткән-һүткәндең күҙ алдында сүл кеүек буп-буш ятҡан тупраҡ эшкәртелер.

35 „Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр.

36 Шул саҡ тирә-яғығыҙҙа ҡалған ҡәүемдәр Мин Раббының емерелгәнде торғоҙғанымды, ташландыҡ ерҙәрҙе ҡайтанан баҡсаға әйләндергәнемде белер. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».

37 Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен.

38 Байрамдарҙа Йәрүсәлимдә ҡорбанға килтерелгән һарыҡтар ни тиклем күп булһа, әле бушап ҡалған ҡалалар ҙа шул тиклем кеше менән тулы буласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan