Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 30 - Изге Яҙма


Раббының Мысырҙы язалаясағы

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ.

3 Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.

4 Мысыр өҫтөнә ҡылыс ябырыласаҡ. Мысырҙа һәләк булғандар йығыла башлағас, Уның байлыҡтары алып кителгәс, Нигеҙҙәре емерелгәс, Кушты ғазап солғаясаҡ.

5 Куш, Пут һәм Луд, Барлыҡ ят ҡәбиләләр, Кув һәм килешеү төҙөшкән илдең кешеләре Мысырҙар менән бергә ҡылыстан үткәреләсәк».

6 Раббы былай ти: «Мысырҙың таяныстары йығыласаҡ, Тәкәббер ҡеүәте йөгөнәсәк; Мигдолдан Асуанға тиклем барыһы Ҡылыстан үткәреләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –

7 Мысыр иң хараба илгә әйләнәсәк, Уның ҡалалары иң емерек Ҡалалар араһында буласаҡ.

8 Мин Мысырға ут төрткәс, Уның бөтә терәүҙәре емерелгәс, Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.

9 Ул көндө вайымһыҙ йәшәгән Куш халҡын ҡурҡытыр өсөн Мин кәмәләрҙә илселәремде ебәрәсәкмен. Мысыр өҫтөнә ҡаза килгән көндө улар дәһшәткә төшәсәк. Ана килә ул көн!»

10 Раббы Хаким былай ти: «Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулы менән Мысырҙың өйөр-өйөр халҡын кәметәм.

11 Навуходоносор һәм уның ҡәүемдәр араһында иң рәхимһеҙ булған халҡы был илде һәләк итер өсөн килтереләсәк. Улар, ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, Мысыр ерен мәйет менән тултырасаҡ.

12 Йылға-ҡултыҡтарын ҡоротам, ерен залим әҙәмдәргә тапшырам, илде, ундағы бөтә нәмәне яттар ҡулы менән вайран итәм. Мин, Раббы, әйттем быны».

13 Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.

14 Мин Паҫросты ташландыҡ урынға әйләндерәм, Соған ҡалаһына ут төртәм, Но ҡалаһын хөкөм итәм.

15 Нәфрәтемде Мысыр ҡәлғәһе Син өҫтөнә түгәм, Нолағы күмәк халыҡты ҡырам.

16 Мысырға ут һалам. Син сикһеҙ ғазапҡа ҡалыр, Но ҡалаһының диуарын емерәсәктәр, Нофҡа көпә-көндөҙ дошман ябырыласаҡ.

17 Он ҡалаһы һәм Пи-Бесеҫ егеттәре ҡылыстан үткәрелер; ҡатын-ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.

18 Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.

19 Мин Мысырҙы шулай хөкөм итәсәкмен, һәм улар Минең Раббы икәнемде белер».

20 Һөргөндәге ун беренсе йылдың беренсе айында, айҙың етенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

21 – Эй әҙәм улы, бына Мин Мысыр батшаһы фирғәүендең ҡулын һындырҙым. Уңалһын, ҡылыс тоторлоҡ көсө булһын тип, һис кем тарафынан бәйләнмәне, шифалы бәйҙәр менән уралманы ул.

22 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин уны, Мысыр батшаһы фирғәүенде! Уның һау ҡулын да, һынғанын да иҙәсәкмен. Ҡулындағы ҡылысын төшөрәсәкмен.

23 Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен.

24 Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.

25 Бабил батшаһының көсөн арттырасаҡмын, ә фирғәүендең ҡулы һәленеп төшәсәк. Ҡылысымды Бабил батшаһына тотторғас һәм ул уны Мысыр иленә йүнәлткәс, улар Минең Раббы булғанымды белер.

26 Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan