Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 3 - Изге Яҙма

1 Ул миңә: – Эй әҙәм улы, әле үҙеңә бирелгәнде аша. Ошо төргәкте аша ла, барып, Исраил нәҫеленә һөйлә, – тине.

2 Мин ауыҙымды астым да, Ул миңә төргәкте ашарға бирҙе.

3 Шунан миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һиңә биргән төргәк китапты аша, уның менән ҡорһағыңды тултыр, – тине. Мин ашаным. Ауыҙымда бал һымаҡ татлы булды.

4 Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, инде Исраил нәҫеленә бар, уларға Минең һүҙҙәремде һөйлә.

5 Сөнки һин телмәре ят, теле аңлашылмаҫ халыҡҡа түгел, Исраил нәҫеленә ебәреләһең.

6 Телмәрҙәре билдәһеҙ, теле аңлашылмаҫ, әйткәндәре төшөнмәҫлек булған күп халыҡтар араһына ебәрелмәйһең һин. Әгәр Мин һине улар янына ебәрһәм, улар һиңә, әлбиттә, ҡолаҡ һалған булыр ине.

7 Әммә Исраил нәҫеленең һине тыңлағыһы килмәйәсәк, сөнки улар Мине тыңларға теләмәй. Бөтә Исраил нәҫеле тиҫкәре һәм башбаштаҡ.

8 Ҡара, Мин һине лә улар кеүек арҡыры һәм башбаштаҡ итәсәкмен.

9 Һинең маңлайыңды саҡматаштан да ҡатыраҡ булған таш һымаҡ итәм. Улар фетнәсел халыҡ булһа ла, һин уларҙан ҡурҡма, алдарында ҡаушап ҡалма.

10 Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.

11 Инде һөргөндә йәшәгән яҡташтарың янына бар. Улар һине тыңлаһа ла, тыңламаһа ла: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.

12 Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.

13 Йән эйәләренең бер-береһенә ҡағылған ҡанаттарының тауышын, эргәләрендәге тәгәрмәстәрҙең тыҡылдағанын, бөйөк бер тетрәүҙең геүләгәнен ишеттем мин.

14 Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.

15 Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.


Раббының Зөлкифелде Исраилға күҙәтсе итеп ҡуйыуы

16 Ете көн үткәс, миңә Раббы һүҙе булды:

17 – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.

18 Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.

19 Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.

20 Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.

21 Әммә һин гонаһ эшләмәһен өсөн тоғро кешене киҫәтһәң һәм ул гонаһ ҡылмаһа, мотлаҡ йәшәйәсәк, сөнки ул иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалды. Һин иһә үҙ йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

22 Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.

23 Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.

24 Шунда миңә рух иңде, мине аяғөҫтө баҫтырҙы. – Ҡайт, өйөңә инеп биклән, – тине Раббы миңә. –

25 Эй әҙәм улы, һиңә бау һалырҙар, бәйләрҙәр һәм һин кеше араһына сығып йөрөй алмаҫһың.

26 Телеңде аңҡауыңа йәбештерермен һәм һин телһеҙ ҡалырһың, уларҙы фашлай алмаҫһың, сөнки был – фетнәсел нәҫел.

27 Әммә Үҙем һинең менән һөйләшкәндә, ауыҙыңды асырмын. Уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Тыңлағандары тыңлаһын, тыңламағандары тыңламаһын, сөнки улар – фетнәсел халыҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan