Зөлкифел 23 - Изге ЯҙмаАпалы-һеңлеле фәхишә 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Эй әҙәм улы, бер әсәнән тыуған ике ҡыҙ бар ине. 3 Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар. 4 Өлкәненең исеме – Оһола, һеңлеһенеке Оһолива ине. Улар Минеке булды, улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Оһола – Самария, ә Оһолива Йәрүсәлим ине. 5 Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты. 6 Уларҙың барыһы ла зәңгәрҙән кейенгән түрәләр һәм башлыҡтар, сибәр егеттәр, ат менгән ғәскәриҙәр ине. 7 Ашшурҙың аҫыл улдарының бөтәһенә фәхешләнеп үҙен бирҙе. Кемдәргә йән атҡан, шуларҙың барыһының да боттары менән үҙен нәжесләне. 8 Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр. 9 Шуға күрә уны үҙе йән атҡан уйнаштары – Ашшур улдарының ҡулына бирҙем. 10 Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды. 11 Һеңлеһе Оһолива быны күреп торҙо, әммә аҙғынлыҡта һәм боҙоҡлоҡта апаһынан да арттырып ебәрҙе. 12 Ашшур улдарына, түрәләр һәм башлыҡтарға, баштан-аяҡ ҡоралланған, атҡа атланған яугирҙәргә, барса сибәр егеттәргә йән атты. 13 Мин уның үҙен ни тиклем нәжесләгәнен, икеһенең дә ҡыуған юлы бер икәнен күрҙем. 14 Ул аҙғынлығына тағы ла нығыраҡ батты. Диуарҙа төшөрөлгән ирҙәрҙең, ҡыҙыл буяу менән төшөрөлгән халдейҙарҙың һүрәттәрен, 15 билдәренә билбау, баштарына күркәм сәллә кейгән, Халдей ерендә, Бабилда тыуып үҫкән ғәскәр башлыҡтарын хәтерләткән һүрәттәрҙе күрҙе ул. 16 Оһолива ошо һүрәттәрҙе күрҙе лә, дәрте ташып, халдейҙар иленә илселәрен ебәрҙе. 17 Бабилдар, Оһоливаның янына, уның һөйөү түшәгенә килеп, аҙғынлыҡтары менән нәжесләне. Оһолива улар менән нәжесләнде һәм уларҙан күңеле ҡайтты. 18 Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем. 19 Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе. 20 Ағзалары – ишәктеке, мәнейҙәре айғырҙыҡы кеүек булған һөйәрҙәрен көҫәне. 21 Шулай итеп, һин, эй Оһолива, йәшлек йылдарыңдағы аҙғынлыҡтарыңды һағындың, ул заманда мысырҙар саф күкрәгеңде һәрмәгәнде, түшеңде тызығанды хәтереңә төшөрҙөң. 22 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Күңелең екһенеп ташлаған һөйәрҙәреңде һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. Һәр яҡтан уларҙы һиңә ҡаршы килтерәсәкмен. 23 Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. 24 Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ. 25 Көнсөллөгөмдө һиңә ҡаршы йүнәлтермен. Һиңә ярһып ташланырҙар: танауың менән ҡолаҡтарыңды ҡырҡып алырҙар, ә иҫән ҡалғандарың ҡылыстан ҡырылыр. Улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды әсиргә алырҙар, имен ҡалғандары утта янып үлер. 26 Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар. 27 Мысырҙан алып сыҡҡан аҙғынлығыңды һәм фәхешлегеңде туҡтатасаҡмын. Бүтән уларға күтәрелеп ҡарамаясаҡһың һәм Мысырҙы иҫеңә төшөрмәйәсәкһең». 28 Раббы Хаким былай ти: «Һине үҙең күрә алмаған, күңелең екһенгән бәндәләр ҡулына бирермен. 29 Һинең менән аяуһыҙ мөғәмәлә итәсәктәр, көс һалып тапҡан малыңды тартып аласаҡтар, үҙеңде яланғас, шәп-шәрә ҡалдырасаҡтар. Оятың, аҙғынлығыңдың хурлығы һәм фәхешлегең асыласаҡ. 30 Былар барыһы ла һиңә фәхешлегеңдә башҡа ҡәүемдәр артынан эйәргәнең һәм уларҙың боттары менән үҙеңде нәжесләгәнең өсөн эшләнәсәк. 31 Һин апайыңдың юлын ҡыуҙың, шуға күрә Мин ҡулыңа уның яза туҫтағын тотторам». 32 Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ. 33 Иҫерерһең, хәсрәткә батырһың – Апайың Самария туҫтағы, Дәһшәт һәм һәләкәт туҫтағы ул. 34 Уны төп күтәрә эсәсәкһең. Уның ярсыҡтарын кимерәсәкһең, Күкрәгеңә яра һаласаҡһың. Быны Мин әйттем», – тип белдерә Раббы Хаким. 35 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр». 36 Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Оһола менән Оһоливаны хөкөм ҡыласаҡһыңмы? Улайһа уларға ерәнгес эштәрен иғлан ит. 37 Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп, боттарына һондолар. 38 Бынан тыш, улар Миңә тағы нимә эшләне: шул уҡ көндө Минең Изге торлағымды нәжесләне, шәмбеләремде боҙҙо. 39 Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда! 40 Өҫтәүенә, алыҫта йәшәгән ирҙәрҙе саҡырып, илселәр ебәрҙеләр. Һин, Оһолива, уларҙың килеүенә йыуынып, күҙҙәреңә һөрмә тартып, биҙәүестәреңде тағып ҡаршы алдың. 41 Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың. 42 Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе. 43 Шунда Мин: «Был ҡатын фәхешлек ҡылып хәлдән тайған булһа ла, һаман уның менән уйнаш итәләрме?» – тинем. 44 Фәхишә янына ингән кеүек уның янына инделәр. Фәхишәгә барған һымаҡ был ике әхлаҡһыҙ ҡатынға, Оһола менән Оһоливаға, йөрөнөләр. 45 Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы. 46 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Өҫтәренә бер өйөр әҙәм ебәр ҙә уларҙы дәһшәткә һәм талауға дусар ит. 47 Был өйөр уларҙы таш менән бәргесләһен, ҡылыс менән сапҡылаһын, улдарын һәм ҡыҙҙарын үлтерһен, йорттарына ут төртһөн. 48 Был илдәге әхлаҡһыҙлыҡҡа шул рәүешле сик ҡуйырмын. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар һабаҡ алыр һәм һеҙҙең кеүек аҙғынлыҡ менән шөғөлләнмәҫ. 49 Әхлаҡһыҙлығығыҙға күрә яза бирелер, боттарға табынып гонаһ ҡылғанығыҙҙың әжерен алырһығыҙ. Шунда Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia