Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зөлкифел 17 - Изге Яҙма


Бөркөт менән йөҙөм ағасы тураһында ҡисса

1 Миңә Раббы һүҙе булды:

2 – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир.

3 Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә

4 уның иң өҫкө ботағын һындырып алды. Шунан уны алыш-биреш итеүселәр иленә алып китте, сауҙагәрҙәр ҡалаһына алып барып ултыртты.

5 Ошо ерҙең орлоғон алып, уңдырышлы тупраҡҡа сәсте, уны тал ботағы һымаҡ ағын һыу буйына ултыртты.

6 Ул тамырланды, тәпәшәк кенә, әммә ҡуйы йөҙөм ағасы булып үрелеп үҫте. Тәлгәштәре бөркөткә табан тартылды, тамырҙары иһә аҫта ине. Шулай итеп, үрсем биргән, ботаҡ йәйгән бер йөҙөм үҫентеһе булды.

7 Йәнә бер оҙон ҡанатлы, ҡабарынҡы мамыҡлы ҙур бөркөт бар ине. Бына йөҙөм үҫентеһе үҙенең тамырҙарын был бөркөт яғына һуҙҙы, һуғарһын тип, ботаҡтары менән ултырған урынынан уға үрелде.

8 Әммә ул былай ҙа, тәлгәшләнһен, емеш бирһен, күркәм бер йөҙөм ағасы булһын өсөн, ағыр һыу буйҙарындағы уңдырышлы тупраҡҡа ултыртылғайны бит инде».

9 Һин әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был йөҙөм имен генә үҫеп китерме? Ҡороһон тип, бөркөт уның тамырҙарын йолҡмаҫмы, емештәрен өҙмәҫме? Уның ботаҡтарындағы йәшел япраҡтары ҡорор. Тамырынан тартып алып бырғар өсөн көслө ҡул да, күп халыҡ та кәрәк булмаҫ.

10 Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?»

11 Миңә Раббы һүҙе булды:

12 – Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.

13 Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.

14 Батшалыҡ күндәм булһын, күтәрелмәһен, килешеүҙе һаҡлап, ныҡ торһон өсөн шулай эшләне.

15 Әммә ул кеше Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе, үҙенә аттар һәм ҙур ғәскәр ебәрһен өсөн Мысырға илселәр ебәрҙе. Уңыш ҡаҙанырмы ул? Ошоларҙы эшләгән кеше ҡотолормо? Төҙөгән килешеүҙе боҙҙо – ҡотола алырмы?

16 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул, биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо.

17 Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ.

18 Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ».

19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.

20 Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын.

21 Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ».


Кедр ағасы тураһында ҡисса

22 Раббы Хаким былай ти: «Мин кедр ағасының иң башынан Бер ботаҡ алып үҫтерәсәкмен. Иң юғары ботаҡтарынан иң нәфисен алып, Бөйөк һәм мөһабәт тауға ултыртасаҡмын.

23 Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.

24 Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan