Зәкәрьяһ 8 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдең ҡайтанан ҡороласағы тураһында 1 Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды: 2 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө». 3 Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ». 4 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бик өлкән йәштә булғанлыҡтан, ҡулдарына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм әбейҙәр йәнә Йәрүсәлим майҙандарында ултырыр, 5 ҡала майҙандары унда уйнаған малайҙар һәм ҡыҙҙар менән тулыр». 6 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәр был халыҡтың тере ҡалғандарының күҙендә мөмкин булмаған бер нәмә булып күренһә, Минең өсөн дә мөмкин түгел булып күренерме?» Шулай тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. 7 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын. 8 Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын». 9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен! 10 Ул көндәргә тиклем кешенең һәм малдың эше өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәй ине. Килгәнгә лә, киткәнгә лә дошмандарҙан тынғылыҡ булманы. Сөнки Мин кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйғайным. 11 Әммә хәҙер был халыҡтың иҫән ҡалғандарына бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттә булырмын, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – 12 Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын. 13 Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!» 14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым. 15 Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ! 16 Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ. 17 Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә. Ураҙа көндәре шатлыҡ һәм ҡыуаныс көндәре булыр 18 Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды: 19 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ». 20 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер. 21 Бер ҡалала йәшәгәндәр икенсе ҡалала йәшәгәндәргә барып: „Әйҙәгеҙ, Раббының илтифатын ҡаҙанырға барайыҡ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләйек!“ – тиер. Тегеләре: „Мин дә барам!“ – тип яуап ҡайтарыр. 22 Бик күп халыҡтар, көслө милләттәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләп, Уның илтифатын ҡаҙаныр өсөн, Йәрүсәлимгә килерҙәр». 23 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia