Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәкәрьяһ 7 - Изге Яҙма

1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында, туғыҙынсы ай булған кислеү айының дүртенсе көнөндә Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды.

2-3 Бейт-Ил халҡы Раббының илтифатын ҡаҙаныр өсөн Саресерҙы, Рәгәм-Мәләхте һәм уларҙың кешеләрен Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡорамындағы ҡаһиндарҙан һәм пәйғәмбәрҙәрҙән: «Оҙаҡ йылдар беҙ бишенсе айҙа хәсрәткә сорналып ураҙа тотабыҙ. Артабан да шулай итәйекме?» – тип һорарға ебәргәйне.

4 Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды. Ул былай тине:

5 – Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?

6 Ашағанда һәм эскәндә һеҙ үҙегеҙ өсөн ашап-эсмәйһегеҙме ни?

7 Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»

8 Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды:

9 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.

10 Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.

11 Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,

12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.

13 Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

14 Уларҙы ғәрәсәт кеүек үҙҙәре белмәгән-күрмәгән ҡәүемдәр араһына тараттым». Уларҙан һуң ер бушап ҡалды, килгән-киткән кеше бөттө. Ниндәй күркәм ерҙәр бушлыҡҡа әйләнде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan