Зәкәрьяһ 14 - Изге ЯҙмаАлла батшалығы 1 Бына Раббы көнө килә! Эй Йәрүсәлим халҡы, Һинән талап алынған малды Күҙ алдыңда бүлешерҙәр. 2 – Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ. 3 Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр. 4 Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер. 5 Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер. 6 Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр. 7 Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр. 8 Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр. 9 Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр. 10 Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор. 11 Унда кешеләр йәшәр, уны башҡа бер ваҡытта ла харам ҡылмаҫтар һәм Йәрүсәлим имен-аман ғүмер итер. 12 Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер. 13 Ул көндө Раббы кешеләргә ҡот осҡос дәһшәт күндерер. Һәр кем үҙенең янындағы әҙәмгә йәбешеп, бер-береһенә ҡаршы ҡул күтәрерҙәр. 14 Хатта Йәһүҙә халҡы ла Йәрүсәлимдәге һуғышҡа ҡушылыр. Уның әйләнә-тирәһендәге барса ҡәүемдәрҙең бөтә байлығы: бик күп алтын-көмөш, кейем-һалым яумал булып алыныр. 15 Ошондай уҡ үләт дошман ғәскәрҙәренең тупламдарындағы бөтә мал-тыуарға: аттар, ҡасырҙар, дөйәләр һәм ишәктәргә лә төшөр. 16 Йәрүсәлимгә һөжүм иткән ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр һәм, Ҡыуыш байрамын билдәләр өсөн, йыл һайын Йәрүсәлимгә килер. 17 Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ҡайһыларылыр Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә бармаһа, уларҙа ямғыр яумаҫ. 18 Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер. 19 Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр. 20 Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр. 21 Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia