Зәкәрьяһ 13 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдең боттарҙан һәм ялған пәйғәмбәрҙәрҙән таҙартыласағы 1 Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр. 2 – Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын. 3 Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер. 4 Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ. 5 «Мин пәйғәмбәр түгелмен, ер эшкәртеүсемен. Йәшлегемдә бер кеше мине үҙенә ҡол булараҡ һатып алды», – тип әйтер. 6 «Ҡулдарыңда ниндәй яралар ул?» – тип һорағандарға: «Былар минең дуҫтарымдың өйөндә алған йәрәхәттәр», – тип яуап ҡайтарыр. Көтөүсенең һәләкәте, ҡуйҙарҙың таралыуы 7 «Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен. 8 Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр. 9 Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia