Зәкәрьяһ 12 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлим дошмандарының юҡҡа сығасағы 1 Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти: 2 – Ҡара, Йәрүсәлимде әйләнә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы иҫертер шарап тулы туҫтаҡҡа әүерелдерәм. Йәрүсәлим ҡамап алынғас һәм Йәһүҙә бәләгә ҡалғас, 3 Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер. 4 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын. 5 Ул ваҡытта Йәһүҙә башлыҡтары үҙ-үҙҙәренә: «Йәрүсәлим халҡы Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы арҡаһында ҡеүәтле», – тип әйтер. 6 Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр. 7 Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын. 8 Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр. 9 Ул көндө Раббы Йәрүсәлимгә һөжүм итергә маташҡан бөтә ҡәүемдәрҙе юҡ итә башлар. «Үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар» 10 Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр. 11 Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр. 12 Ер илар, һәр нәҫел айырым илар: Дауыт нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; Наҫандың нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; 13 Левиҙең нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым, Шимғи нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер. 14 Ҡалған һәр нәҫелдең ирҙәре айырым, ҡатындары айырым йәш түгер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia