Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәкәрьяһ 11 - Изге Яҙма


Ливан менән Башандың бушлыҡҡа әйләнәсәге

1 Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!

2 Эй кипарис, ҡысҡырып ила, Сөнки кедр ағасы йығылды, Мәғрур ағастар юҡ булды. Илағыҙ, эй Башан имәндәре, Ҡара урмандар ҡырылды.

3 Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.


Ике көтөүсе

4 Аллам Раббы былай ти: – Салыр өсөн айырған көтөүемде һин утлат.

5 Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ.

6 Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын.

7 Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм.

8 Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.

9 Шунан көтөүгә: – Башҡа һеҙҙе көтмәйем. Үлгәне үлһен, юҡҡа сыҡҡаны юҡҡа сыҡһын, иҫән ҡалғандары бер-береһенең итен ашаһын, – тинем.

10 Шунан «миһырбан» тигән таяғымды алдым да, бөтә халыҡтар менән төҙөшкән килешеүемде юҡ итер өсөн, уны һындырҙым.

11 Шулай итеп, ул көндө килешеү ғәмәлдән сығарылды. Мине күҙәткән һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр бының Раббы һүҙе булғанын аңланы.

12 Уларға: – Кәрәк тапһағыҙ, хеҙмәт хаҡымды бирегеҙ, тапмаһағыҙ, бирмәгеҙ, – тинем. Улар миңә утыҙ көмөш үлсәп бирҙе.

13 Раббы миңә: – Уларҙы көмөш иретеүсегә бырға, – тине. Ниндәй юғары баһаланылар мине! Мин ул утыҙ көмөштө алып, Раббы ҡорамындағы көмөш иретеүсегә ташланым.

14 Шунан, Йәһүҙә менән Исраил араһындағы туғанлыҡты боҙор өсөн, «берҙәмлек» тип аталған таяғымды һындырҙым.

15 Раббы миңә: – Тағы бер тапҡыр көтөүсе булып яллан, тик был юлы эшкә ашмаған көтөүсе, – тине. –

16 Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр.

17 Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan