Зәбүр 99 - Изге Яҙма1 Шөкөр мәҙхиәһе. 1 Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя! 2 Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ, Хозурына шатлыҡ йырҙары менән килегеҙ! 3 Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ. 4 Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә. 5 Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia