Зәбүр 86 - Изге Яҙма1 Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе. 1 Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе. Ул Йәрүсәлимде мөҡәддәс тау өҫтөнә ҡорған! 2 Раббы Сион ҡапҡаларын Яҡуп нәҫеленең бар төйәктәренән нығыраҡ һөйә. 3 Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села 4 Мине танығандар араһына Раһав менән Бабилды ла индерермен, Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында: «Ул да бында тыуған», – тиерҙәр. 5 Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер». 6 Раббы халыҡтар исемлегендә: «Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Села 7 Йыраусылар менән бейеүселәр: «Тормош сығанағым – һиндә», – тип әйтер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia