Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 83 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.

2 Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй ғәзиз Һинең торлаҡтарың!

3 Күңелем ихаталарыңа инер мәлде ашҡынып көтә, Йәнем-тәнем, бар булмышым һөйөнөстән Тере Алла хозурында йырлай.

4 Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам, Ҡорбан усаҡтарыңдың янында Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан, Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған.

5 Ниндәй бәхетле йортоңда йәшәгәндәр; Улар мәңге Һине маҡтар! Села

6 Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған, Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше!

7 Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта Унда инештәр асырҙар, Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр.

8 Был кешеләр атлаған һайын нығыраҡ ҡеүәт алыр, Сионға, Алла хозурына сығырҙар.

9 Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села

10 Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!

11 Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.

12 Сөнки Раббы Алла – ҡояш һәм ҡалҡан Ул; Миһырбанлыҡ күрһәтеүсе, дан-шөһрәт биреүсе; Тоғро юлдағыларҙан бар ниғмәттәрен йәлләмәүсе.

13 Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй бәхетле Һиңә өмөт бағлаусы!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan