Зәбүр 72 - Изге Яҙма1 Асафтың мәҙхиәһе. 1 Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле. 2 Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, Табандарым таймайынса ҡалған ине. 3 Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп, Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным. 4 Сөнки улар үлгәнсе һыҙланыу белмәй, Тәндәре сәләмәт, көслө. 5 Уларҙы тормоштоң ауырлығы ситләп үтә, Башҡаларҙай ыҙа сикмәйҙәр. 6 Тәкәбберлек уларҙың муйындарында мәрйен һымаҡ, Залимлыҡҡа кейем һымаҡ төрөнгәндәр. 7 Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған, Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан. 8 Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар. 9 Улар күктәргә ҡаршы дәғүә белдерә, Телдәре донъяны иңләп гиҙә. 10 Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота. 11 Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?» 12 Бына шулай ул залимдар – Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр. 13 «Йөрәгемде бушҡа ғына пак тотаммы, Ғәйепһеҙлегем билдәһе итеп ҡулымды юҡҡа ғына йыуаммы? 14 Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?» 15 Әгәр ҙә шулай уйлаһам, Һинең балаларыңа хыянат иткән булыр инем. 16 Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем, Бының менән килешеү бик ауыр ине. 17 Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм. 18 Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең. 19 Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер. 20 Эй бөйөк Хаким, Һинең ҡалҡыуың булыр, Йоҡонан уянғас та онотолған төш һымаҡ, Күләгә һымаҡ юҡҡа сығасаҡ был ямандар. 21 Йәнем әрнегән, Эс-бауырым янған саҡта, 22 Мин наҙан, аңһыҙ булған икәнмен, Ҡаршыңда аңһыҙ хайуан һымаҡ торғанмын. 23 Ярай әле мин һәр ваҡыт Һинең менән, Уң ҡулымдан Һин етәкләп йөрөтәһең. 24 Нәсихәттәрең менән юл күрһәтәһең, Һуңынан мине данға илтерһең. 25 Һинән башҡа кемем бар минең күктәрҙә? Ер йөҙөндә лә Һинән башҡаны теләмәйем. 26 Тәнем менән күңелем талсыҡты, Алла – күңелем ныҡлығы, Ул – мәңгелеккә миңә насип өлөшөм. 27 Һинән йыраҡлашҡандар һәләк буласаҡ, Үҙеңә хыянат ҡылғандарҙы юҡ итәһең. 28 Ә минең өсөн Аллаға яҡын булыу – бәхет; Раббы Хаким – минең һыйынысым; Мин Уның бар ғәмәлдәрен бәйән итәм. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia