Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 67 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.

2 Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!

3 Яуыздарҙы төтөн һымаҡ тарат; Ут алдында ирегән балауыҙ һымаҡ Әйҙә улар Алла ҡаршыһында юҡ булһын!

4 Ә тәҡүәләр ҡыуанһын, Байрам итһендәр Алланың хозурында, Шатланып күңел асһындар.

5 Аллаға дан йырлағыҙ, исеменә мәҙхиәләр көйләгеҙ, Болоттар өҫтөндә гиҙеүсене ҙурлағыҙ. Уның исеме – Раббы, хозурында байрам итегеҙ!

6 Мөҡәддәс торлағындағы Алла – Етемдәрҙең атаһы, тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы.

7 Алла яңғыҙаҡтарға йорт-ғаилә бирер, Тотҡондарҙы именлеккә алып сығыр, Фетнәселәр ҡоро сүлдә ҡала бирер.

8 Эй Алла, Һин халҡың алдынан килгәндә, Сүллек аша уҙғаныңда. Села

9 Ер сайҡалды, күктән ямғыр ҡойҙо Синай Аллаһының ҡаршыһында, Алла, Исраил Аллаһы хозурында.

10 Мул ямғырыңды яуҙырҙың, Алла, Йәнләндерҙең талсыҡҡан биләмәңде.

11 Халҡың унда төйәкләнде, Үҙеңдең игелегең арҡаһында Һин уны фәҡирҙәр өсөн әҙерләнең.

12 Әмер бирҙе Раббы, Бер өйөр ҡатын һөйөнсө таратты:

13 «Ҡаса, ҡаса батшалар! Ғәскәрҙәре менән ҡасалар!» Ҡатындар өйҙәрендә таланған мал бүлә:

14 Ҡанаттары көмөш менән ҡапланған, Ҡаурыйҙары саф алтынға мансылған күгәрсен һындарын бүлешә. Ә һеҙ һарыҡ аҙбарҙары араһында ятаһығыҙ!

15 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе батшаларҙы туҙҙырғанда, Салмон тауы өҫтөнә ҡар яуҙы.

16 Эй Алланың тауы, Башан тауы! Үркәстәре бейек Башан тауы!

17 Ниңә әле һин үркәстәре бейек тау – Алла Үҙенә төйәк итеп һайлаған тауға – Көнсөллөк менән ҡарайһың? Хаҡтыр, Раббы унда мәңге йәшәйәсәк.

18 Алланың яу арбалары бик күп, Меңәрләгән, һанһыҙ-хисапһыҙ. Раббы Хаким улар менән бергә Синайҙан мөҡәддәс торлағына килде.

19 Раббы Алла, бейеклеккә күтәрелдең, Әсирҙәрҙе артыңдан эйәрттең. Һин барлыҡ кешеләрҙән, Хатта фетнәселәрҙән дә яһаҡ алдың. Хаҡтыр, Раббы унда йәшәй!

20 Көндән көнгә йөгөбөҙҙө йөкмәп барған бөйөк Хакимыбыҙ, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла мөбәрәк булһын! Села

21 Беҙҙең Аллабыҙ – ҡотҡарыу алып килгән Алла. Үлемдән ҡотҡарыу бары Хакимыбыҙ Раббының ихтыярында.

22 Алла дошмандарының башын, Гонаһ эсендә йәшәгәндәрҙең ялбыр башын яра һуғыр.

23 Раббы Хаким былай тине: «Уларҙы Башандан кире килтерермен, Диңгеҙ төптәренән сығарырмын.

24 Аяғыңды дошмандар ҡанына батырырһың, Эттәрең дә дошман ҡанын ялап өлөш алһын».

25 Эй Аллам, Һинең килеүең, Аллам Батшамдың мөҡәддәс торлағына Тантаналы аяҡ баҫыуы күҙ алдыбыҙҙа:

26 Алда йырсылар, артта көй уйнаусылар, Уртала дөңгөр ҡағыусы ҡыҙҙар килә.

27 «Эй Исраил нәҫелдәре, йыйындарығыҙҙа Аллағыҙ Раббыға шөкөрана яуҙырығыҙ».

28 Уларҙың башында – иң бәләкәй Бинйәмин ырыуы, Артынса күп һанлы Йәһүҙә башлыҡтары, Зевулун һәм Нафтали етәкселәре килә.

29 Эй Алла, ҡөҙрәтеңде, Беҙҙең өсөн ҡулланған ҡеүәтеңде күрһәт.

30 Йәрүсәлимдәге ҡорамың хаҡына Һиңә батшалар бүләктәр алып килер.

31 Ҡамышлыҡ йыртҡысын – Мысырҙы, Үгеҙ һымаҡ ҡеүәтле сит халыҡтарҙы, Көмөш өсөн бер-береһен тапағандарҙы буйһондор, Һуғыш теләгән халыҡтарҙы пыран-заран килтер!

32 Мысырҙан илселәр килер, Куш халҡы Аллаға табан ҡул һонор.

33 Эй ер йөҙөндәге батшалыҡтар, Аллаға дан йырлағыҙ, Бөйөк Хакимыбыҙға мәҙхиәләр уҡығыҙ! Села

34 Ул, күктәрҙе, боронғо күктәрҙе иңләп, Үҙенең ҡеүәтле тауышын яңғырата!

35 Алланың ҡөҙрәтен танығыҙ; Уның ғиззәте Исраилдың өҫтөндә, Көсө болоттарҙан аша.

36 Дәһшәтле Һин, Алла, Изге торлағыңда! Исраил Аллаһы Үҙ халҡына ҡөҙрәт, ҡеүәт бирә. Алла мөбәрәк булһын!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan