Зәбүр 64 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр. 2 Эй Алла, Сионда яңғыраған маҡтау – Һиңә; Һиңә әйтелгән нәҙерҙәр үтәләсәк. 3 Һин доғаларҙы ишетәһең, Бөтә кеше хозурыңа килер. 4 Мин гонаһҡа баттым, Әммә Һин беҙҙе ғәйептәребеҙҙән пакларһың. 5 Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып, Үҙеңә яҡынайтҡан, Өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше! Йортоңдоң, мөҡәддәс ҡорамыңдың, Ниғмәттәрен беҙгә насип итһәң ине! 6 Эй Алла, беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Тетрәткес ғәмәлдәр ҡылып, Һин ғәҙеллек менән яуапларһың беҙгә. Ер йөҙөнөң барлыҡ тарафының, Алыҫ диңгеҙ аръяғындағы илдәрҙең өмөтөһөң! 7 Ҡөҙрәт менән билен быуған, Көсө менән тауҙар ҡорған; 8 Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын, Тулҡындарҙың шаулағанын, Халыҡтарҙың ғауғаларын Баҫылдырған Һинһең. 9 Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр, Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар. 10 Һин тупраҡты хәстәрләйһең, Уның сарсауын баҫаһың, бәрәкәтен арттыраһың. Эй Алла, йылғаларың һыу менән тулы, Кешеләргә иген үҫтерәһең, Сөнки Һин тупраҡты шулай әҙерләйһең: 11 Бураҙналарҙы туйғансы һуғараһың, Араларын тырмап тигеҙләйһең. Ямғыр һыуҙары менән ерҙе йомшартып, Үҫентеләргә фатихаңды бирәһең. 12 Һин мул уңыш менән йылды теүәлләйһең, Арбаларың үткән юлдан муллыҡ аға, 13 Сүллектәге көтөүлектәр йәшелләнә, Ҡалҡыулыҡтар шатлыҡҡа сорнала, 14 Болондар көтөүҙәр менән сыбарлана, Үҙәндәр иген менән ҡаплана, Һәр тарафта – шатлыҡ ауаздары, йырҙар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia