Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 60 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!

3 Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,

4 Сөнки Һин – минең ышығым, Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың.

5 Сатырыңда мәңге йәшәйемсе, Ҡанатың аҫтына һыйынайым. Села

6 Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең, Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең.

7 Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!

8 Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!

9 Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын, Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan