Зәбүр 6 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Йә Раббым, асыуланып язалама мине. Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама. 3 Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай. 4 Ғазап сигә йәнем, Эй Раббым, ҡасанға тиклем? 5 Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе. 6 Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан? 7 Ыңғырашып хәлдән тайҙым; Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, Күп илауҙан сыланған мендәрем. 8 Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән, Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында. 9 Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар! Сөнки Раббы илағанымды ишетте. 10 Ялбарыуым Раббыға олғашты, Ул ҡабул итер доғамды. 11 Дошмандарым оятҡа ҡаласаҡ, Барыһын дәһшәт солғап аласаҡ, Улар мәсхәрәгә ҡалып сигенәсәк. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia