Зәбүр 52 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары. 2 Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ. 3 Алла күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы? 4 Барыһы ла юлдан тайпылған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған! 5 Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни? 6 Тик улар ҡурҡмаҫ ерҙә оло дәһшәткә төшәсәк әле, Сөнки Раббы һиңә һөжүм иткәндәрҙең Һөйәктәрен туҙҙырып ташлар. Уларҙы оятҡа ҡалдырырһың, Сөнки Алла уларҙы ситкә тибәсәк. 7 Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia