Зәбүр 50 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Дауыт Баҫ-Шевағ менән булғандан һуң, уға пәйғәмбәр Наҫан килеп киткәс. 3 Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла. 4 Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт, Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт. 5 Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм, Гонаһтарым күҙем алдымда гелән. 6 Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең. 7 Мин тыуғандан алып ғәйеплемен, Әсәм ҡарынынан гонаһлымын. 8 Һин иһә йөрәктең тоғролоғон теләйһең, Булмышымды зирәклеккә өйрәт. 9 Мине майағас менән пакла, таҙа булайым; Мине йыу, ҡарҙан да аҡ булайым. 10 Ишеттер шатлыҡ-ҡыуаныс ауаздарын, Һин иҙгән һөйәктәрем рәхәтлек тойһон. 11 Йөҙөңдө ситкә бор, гонаһтарымды күрмә; Барса ғәйебемде юйып ташла. 12 Эй Алла, булдыр миндә саф йөрәк, Булмышымда ҡаҡшамаҫлыҡ рух яңырт. 13 Мине алдыңдан ситкә тибәрмә, Үҙеңдең изге Рухыңдан мәхрүм итмә. 14 Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул. 15 Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр. 16 Ҡотҡар мине ҡан түгеүҙән, эй Алла, Һәм телем ғәҙеллегеңде данлар, Эй мине ҡотҡарыусы Алла! 17 Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр. 18 Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың. 19 Алла ҡабул итә торған ҡорбан – һынған рух ул, Ярылған һәм селпәрәмә килгән йөрәкте кире ҡаҡмаҫһың, эй Алла! 20 Мәрхәмәтле бул, Сионға яҡшылыҡ ҡыл; Йәрүсәлим диуарҙарын торғоҙ. 21 Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia