Зәбүр 41 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары. 2 Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ, Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам! 3 Аллаға, тере Аллаға сарсаған йәнем; Ҡасан барырмын, хозурыңда булырмын, Аллам? 4 «Ҡайҙа һуң һинең Аллаң?» – тип һәр көн мине йөҙәткәндә, Күҙ йәшем ризығым булды иртә-кисен. 5 Йөрәк һыҙлай, иҫкә төшкән һайын, Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем; Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап Тантана иткән халыҡтың ташҡынында Алла ҡорамына атлап ингәндәрем. 6 Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама! 7 Күңелем төшөнкө, шуға, Аллам, Иордан һәм Хермон ерҙәрендә, Мисар тауында Һине мин иҫкә алам. 8 Шарлауыҡтарҙың шаулауы аша Даръялар өндәшә даръяларға. Һинең бөтә тулҡындарың, ташҡындарың Үтеп китте минең өҫтән. 9 Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына. 10 Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?» 11 «Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең. 12 Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia