Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 4 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.

3 Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар? Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп, Сабырһығыҙ ялғандың артынан? Села

4 Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.

5 Ҡурҡып-тетрәнегеҙ, гонаһ ҡылмағыҙ, Төндә ятҡанығыҙҙа уйланығыҙ, тынлыҡ һаҡлағыҙ. Села

6 Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ.

7 «Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!

8 Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.

9 Йән тыныслығында ятам да йоҡлайым, Сөнки, Раббы, бары тик Һин генә Именлектә мине йәшәтәһең!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan