Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 39 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Мин сабырлыҡ менән Раббының ярҙамын көттөм; Миңә боролдо, ялбарыуымды ишетте.

3 Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты.

4 Ауыҙыма яңы бер йыр һалды – Аллабыҙға гүзәл маҡтау йыры. Күптәр күреп тетрәнерҙәр әле, Раббыбыҙға инанырҙар.

5 Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!

6 Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».

7 Ҡорбан-саҙаҡаларға һушың китмәне, Тотош яндырыу, гонаһ ҡорбандарын талап итмәнең. Әммә минең ҡолағымды астың.

8 Шунда әйттем: «Бына, килдем, Төргәк китапта минең турала яҙылған.

9 Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».

10 Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.

11 Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.

12 Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән! Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын!

13 Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды, Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы, Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар. Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым.

14 Рәхимле бул, Раббы, ҡотҡар мине! Ярҙамға ашыҡ, йә Раббы!

15 Йәнемә ҡул һуҙыусылар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!

16 «Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, ҡоттары осһон!

17 Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар: Һәр саҡ: «Раббы бөйөк!» – тип әйтһендәр.

18 Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Эй бөйөк Хакимым, минең хаҡта ҡайғыртаһың. Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең, Һуңлап ҡуйма инде, эй Аллам!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan