Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 38 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым, Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым; Яуыз әҙәм янымда булғанда, Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым».

3 Шымып ҡалдым, ауыҙымдан һүҙ сыҡманы, Хатта яҡшы хаҡында ла өндәшмәнем. Әммә һыҙланыуым арта барҙы,

4 Йөрәгем аяуһыҙ янды, Уйҙарыма ялҡын ҡабынды, Телемдән һүҙҙәр түгелде:

5 «Белдер миңә ахырымды, Раббы, Һанаулы көндәрем күпме ҡалды? Беләйем фанилыҡтағы ғүмеремде!

6 Бына, биргән көндәрең бер ҡарыш ҡына, Һинең хозурыңда ул бер миҙгел һымаҡ. Аяғында ныҡ баҫып торһа ла Әҙәм ғүмере – иҫеп киткән бер ел генә». Села

7 Кеше йөрөй бары күләгәләй, Бушҡа ғына ығы-зығы килә, Байлыҡ йыя, кемгә ҡаласағын белмәй.

8 Эй бөйөк Хакимым, инде миңә нимә көтөргә һуң? Бар өмөтөм минең Һиндә генә.

9 Мине бөтә гонаһтарымдан арындыр, Ахмаҡтарға мәсхәрә итергә бирмә.

10 Ауыҙымды асмай тынып ҡалдым; Сөнки Һин мине был хәлгә һалдың.

11 Зинһар, туҡта мине язалауҙан, Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам.

12 Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села

13 Ишет доғамды, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал, Күҙ йәштәремә битараф ҡалма! Сөнки хозурыңда бер килмешәк, Үткенсемен ата-бабаларым һымаҡ.

14 Ситкә ал минән асыулы ҡарашыңды, Бынан үтеп киткәнемә тиклем. Тағы бер аҙ шатлыҡ татыйымсы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan