Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 36 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Яуызлыҡ ҡылғандарға йәнең көймәһен, Яманлыҡ эшләүселәрҙән көнләшмә!


(Алеф)
(Алеф)

2 Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор, Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр.


(Бейт)
(Бейт)

3 Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.

4 Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.


(Гимел)
(Гимел)

5 Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.

6 Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.


(Далеҫ)
(Далеҫ)

7 Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.


(Һе)
(Һе)

8 Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.

9 Яуызлыҡ эшләүселәр ҡырҡып ташланыр, Раббыға өмөт бағлаусы ерҙе мираҫ итеп алыр.


(Уау)
(Уау)

10 Саҡ ҡына көт, яуыз юҡҡа сығыр, Булған ерендә уны эҙләп тә таба алмаҫһың.

11 Ә баҫалҡыларға ер мираҫ ҡалыр, Муллыҡ-именлектә хозурланып йәшәр.


(Зайн)
(Зайн)

12 Яуыз әҙәм тәҡүәгә мәкер ҡорор, Уға ҡаршы тешен шығырҙатыр.

13 Әммә бөйөк Хаким унан бары көлөр, Сөнки уның һуңғы көнө киләсәген белер.


(Хеҫ)
(Хеҫ)

14 Ярлы-фәҡирҙе ергә ҡолатыр, Тоғро юлдағыны һәләк итер өсөн Залимдар ҡылысын сығарыр, йәйә кирер.

15 Тик ҡылысы үҙ йөрәгенә ҡаҙалыр, Уҡтары һәм йәйәләре һыныр.


(Теҫ)
(Теҫ)

16 Тәҡүәнең аҙ ғына малы ла Залимдарҙың ҙур байлығынан артыҡ.

17 Сөнки яуыздарҙың һеңере өҙөлөр, Тәҡүәләргә Раббы таяныс булыр.


(Йод)
(Йод)

18 Камил бәндәләрҙең һәр көнө Раббы иғтибары аҫтында, Биләмәләре мәңге үҙҙәренең ҡулында ҡалыр.

19 Бәлә килгәндә улар түбәнһетелмәҫ, Аслыҡ мәлендә тамаҡтары туҡ булыр.


(Каф)
(Каф)

20 Ә яуыздар һәләкәткә төшөр, Раббының дошмандары ялан гөлөләй ҡорор, Төтөн һымаҡ таралыр ҙа юҡҡа сығыр.


(Ламед)
(Ламед)

21 Яман кеше бурысҡа алыр ҙа кире бирмәҫ, Тәҡүә әҙәм ҡыҙғанмайынса өләшер.

22 Раббы фатихаһын ҡаҙанғандар илде мираҫ итеп алыр. Ул ләғнәт иткән бәндәләр тамырынан йолҡоп ырғытылыр.


(Мем)
(Мем)

23 Раббы кешенең юлын хуп күрһә, Уның аҙымдарын ныҡлы итер.

24 Ундайҙар абынһа ла йығылмаҫ, Сөнки Раббы етәкләп алған ҡулынан.


(Нун)
(Нун)

25 Мин йәш инем, инде ҡартайҙым, Әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен, Тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем.

26 Ул һәр саҡ ихлас бурысҡа биреп торор, Тоҡомо хәйер-фатихалы булыр.


(Самех)
(Самех)

27 Яманлыҡтан ҡас һин, яҡшылыҡ ҡыл, Шул саҡ ғүмерең буйы имен йәшәрһең.

28 Сөнки Раббы ғәҙеллекте һөйә, Тәҡүә бәндәләрен ташламай. Тоғроларын мәңге ҡурсалар, Ә яуыздарҙың тоҡомо ҡороп ҡалыр.

29 Тәҡүәләр илде мираҫ итеп алыр, Унда мәңгелеккә төйәкләнер.


(Пе)
(Пе)

30 Тәҡүәнең ауыҙынан аҡыл ағылыр, Теленән ғәҙеллек тамыр.

31 Сөнки Алланың ҡануны – йөрәгендә, Аҙымдары юлдан һис тайпылмаҫ.


(Саде)
(Саде)

32 Залим иһә тәҡүәне аңдып торор, Уны үлтерергә форсат эҙләр.

33 Әммә Раббы тоғроно яман ҡулына ташламаҫ, Хөкөмдә уның ғәйепле түгеллеген раҫлар.


(Ҡоф)
(Ҡоф)

34 Раббыға өмөт бағла, Уның юлын тот, Ул һине ҙурлар һәм илде мираҫҡа бирер. Яуыздарҙың һәләкәтен үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.


(Реш)
(Реш)

35 Күргәйнем мин аяуһыҙ, залим әҙәмдең Бай тупраҡта үҫкән ағас һымаҡ көслөлөгөн.

36 Әммә үтеп китте лә юҡ булды, Хатта эҙләһәм дә таба алманым.


(Син менән Шин)
(Син менән Шин)

37 Керһеҙ күңелле бәндәгә күҙ һал, намыҫлыға ҡара, Ул тыныс йәшәй, уның киләсәге бар.

38 Фетнәселәр иһә барыһы ла юҡ буласаҡ, Залимдарҙың киләсәге ҡырҡыласаҡ.


(Тау)
(Тау)

39 Тоғроларға – ҡотолоу Раббынан, Афәт мәлендә – Ул һыйыныр ышыҡ.

40 Раббы уларға ярҙам итер, ҡотҡарыр, Залимдарҙың ҡулынан ҡурсалап алыр, Сөнки улар Раббыға һыйыныр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan