Зәбүр 34 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш! 2 Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ! 3 Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын; Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!» 4 Йәнемә теш ҡайрағандар хур булһын! Яуыз ниәт йөрөткәндәр, Оятҡа ҡалып, кире боролһон! 5 Елгә осҡан кәбәк кеүек булһындар, Раббының фәрештәһенән ҡыуылһындар. 6 Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын! 7 Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар. 8 Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын. 9 Ә йәнем Раббыла шатлыҡ табыр, Уның ҡотҡарғанына ҡыуаныр. 10 Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!» 11 Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар. 12 Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап ҡайтарҙы, Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым. 13 Ә мин улар сирләп ятҡан саҡта, Хәсрәтләнеп ҡыл кейемгә төрөнгәйнем. Үҙемде язалап ураҙа тотҡайным, Улар өсөн ҡабат-ҡабат доға уҡығайным. 14 Уларҙы дуҫым, туғаным һымаҡ яҡын күрҙем. Әсәһе өсөн йәш түккән кеше һымаҡ, Бөгөлдөм, башымды һәлендерҙем. 15 Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар. 16 Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр, Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар. 17 Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең? Йәнемде – улар залимлығынан, Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар! 18 Шул саҡ оло йыйында Һине данлармын, Күмәк халыҡ алдында маҡтау йырлармын. 19 Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын. 20 Сөнки улар именлек өсөн тырышмай, Илдәге тыныс кешеләргә ҡаршы мәкер туплай. 21 Ауыҙҙарын йәйеп миңә ғәйеп тағалар: «Ысын! Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек!» – тиеп торалар. 22 Йә Раббым, быны Һин күрҙең, өнһөҙ ҡалма! Эй бөйөк Хакимым, зинһар, Һин минән йыраҡ торма! 23 Уянһаңсы, Аллам, яҡлашһаңсы, Тор, бөйөк Хакимым, дәғүәмде хаҡҡа сығар! 24 Ғәҙеллегең менән ҡыл хөкөмөң! Раббым Аллам, минән көлмәһендәр! 25 Әйтмәһендәр эстән генә: «Әһә, моратыбыҙға ирештек!» Һөйләмәһендәр: «Башын ашаныҡ!» 26 Минең хәсрәтемә ҡыуанғандар Мәсхәрәгә ҡалып хур булһындар. Эреләнеп ҡаршыма сыҡҡандар Оят-яманатҡа солғанһындар. 27 Мин хаҡ булып сыҡҡанымды теләүселәр Һөйөнөшөп Һиңә дан йырлаһын. Туҡтауһыҙ былай тип ҡабатлаһын: «Ҡолона именлек биргән Раббы бөйөк!» 28 Ә мин ғәҙеллегеңде телдән төшөрмәм, Көн һайын Һине данлармын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia