Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 32 - Изге Яҙма

1 Ҡыуанышып йырлағыҙ Раббыға, тәҡүә йәндәр! Уны данлау бик килешә саф күңеллеләргә.

2 Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ, Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ.

3 Уға яңы бер йыр йырлағыҙ, Шатлыҡ ауаздары яңғыратып, Оҫта итеп уйнағыҙ.

4 Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.

5 Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.

6 Күк Раббының һүҙенән бар булған, Күк есемдәре Уның һулышынан яралған.

7 Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.

8 Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.

9 Ул әйткәйне, әйткәне бар булды; Ул бойорҙо, бойороғо ғәмәлгә ашты.

10 Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен, Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын.

11 Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ, Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр.

12 Ниндәй бәхетле Аллаһы Раббы булған ҡәүем, Раббы Үҙе өсөн һайлап алған халыҡ!

13 Раббы күк йөҙөнән ҡараш ташлар, Әҙәм балаларының һәммәһен күрер.

14 Тәхетендә ултырған урындан Ерҙә йәшәгән һәр кемде күҙләр.

15 Ул бит һәммәһенең дә йөрәген бар ҡылған, Эшләгән бар ғәмәлдәрен аңлап тора.

16 Батшаны ишле ғәскәре ҡотҡара алмаҫ, Баһадирҙы беләк көсө яҡлай алмаҫ.

17 Ҡотолоу өсөн ат та ышанысһыҙ, Ҡеүәтенә өмөт бағлап, Мөмкин бик ныҡ отолорға.

18 Әммә Раббының күҙе – Үҙенән ҡурҡҡандарҙа, Тоғро мөхәббәтенә ышаныс тотҡандарҙа.

19 Уларҙың йәндәрен үлемдән ҡотҡарыр, Аслыҡ осоронда ғүмерҙәрен һаҡлар.

20 Беҙҙең йәнебеҙ Раббыға мохтаж; Ул – беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ.

21 Йөрәгебеҙ тик унда һөйөнөс таба, Мөҡәддәс исеменә арҡаланабыҙ.

22 Өмөтөбөҙ Һиндә булған һымаҡ, Раббы, Тоғро мөхәббәтең беҙҙә була күрһен!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan