Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 3 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән .

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.

2 Йә Раббы! Дошмандарым ни тиклем күбәйҙе! Күптәр миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

3 «Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села

4 Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.

5 Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села

6 Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай.

7 Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.

8 Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.

9 Ҡотолоу бары Раббынан! Халҡың өҫтөндә булһын фатихаң! Села

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan