Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 25 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым.

2 Тикшер мине, Раббы, һынап ҡара! Иретеп паклаған һымаҡ эс-бауырымды таҙала!

3 Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.

4 Алдаҡсы бәндәләр менән ултырманым, Ике йөҙлөләр менән юлдаш булманым.

5 Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем.

6 Ғәйепһеҙлегемде раҫлап, Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,

7 Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.

8 Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды.

9 Мине гонаһлы бәндәләргә, Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә.

10 Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.

11 Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!

12 Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan