Зәбүр 22 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – көтөүсем минең, Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм. 2 Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр. 3 Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр. 4 Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең. 5 Дошмандарымдың алдында Һин миңә табын ҡорорһоң; Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң, Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың. 6 Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia