Зәбүр 21 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Таң боланы» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Аллам, Аллам, ниңә Һин мине ташланың? Ник алыҫһың мине ҡотҡарыуҙан, Иңрәүемде минең ишетеүҙән? 3 Аллам, саҡырамын көндөҙҙәрен – яуап ҡайтармайһың. Төнөн йәнә – тынғылыҡ тапмайым. 4 Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең! Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың. 5 Һиңә инанды аталарыбыҙ, Ышандылар – Һин уларҙы азат ҡылдың. 6 Һиңә ялбарып ҡотҡарылдылар, Ышандылар һәм оятҡа ҡалманылар. 7 Әммә мин кеше түгелмен, бер ер ҡорто. Әҙәм мәсхәрәһе, халыҡ хурлығы. 8 Күргән берәү ауыҙын ҡыйшайта, Мыҫҡыллап баш сайҡай-сайҡай әйтә: 9 «Раббыға ышанған икән – Ул ҡотҡарһын, Әгәр ҙә үҙ күрә икән – ярҙам итһен!» 10 Әммә мине аналыҡтан донъяға сығарған, Әсәм күкрәгендә мине имен һаҡлаған – Һин бит. 11 Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым, Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең. 12 Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын, Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған. 13 Дошмандар үгеҙҙәй уратып алған, Ажарлы Башан үгеҙҙәреләй ҡамалаған. 14 Ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫландай, Миңә ҡарап ауыҙын ыржайтҡан. 15 Һыуҙар ғына һымаҡ түгеләмен, Таралыптар төштө һөйәктәрем; Балауыҙҙай ирей эс-бауырым. 16 Көсөм көршәк ярсығы һымаҡ ҡороно, Телем аңҡауға йәбеште; Һин ятҡырҙың мине үлем тупрағына. 17 Эттәр мине ҡамаланы, Яуыздар өйөрө урап алды, Яраланы аяҡ-ҡулдарымды. 18 Һәр һөйәгемде һанарға була. Дошмандарым тексәйгән, тамаша ҡыла. 19 Кейемдәремде үҙ-ара бүлешәләр, Ябынсам өсөн йәрәбә ырғыталар. 20 Йә Раббы, Һин, зинһар, йыраҡлашма, Ҡөҙрәтем, ярҙамға ашыҡһана! 21 Ҡурсаласы мине ҡылыстан, Бөртөк йәнемде – эттәрҙең тырнағынан! 22 Ҡотҡар арыҫландың ауыҙынан, Ҡырағай үгеҙҙәр мөгөҙөнән. Зинһар, миңә яуап ҡайтар! 23 Исемеңде туғандарыма һөйләрмен, Изге йыйында Һине данлармын: 24 «Эй һеҙ, Раббынан ҡурҡҡандар, Уны маҡтағыҙ! Яҡуп тоҡомо, Уны данла! Тетрән Унан, эй Исраил заты! 25 Сөнки Раббы фәҡирҙең хәсрәтенә вайымһыҙ ҡалманы, Унан екһенеп, йөҙ йәшермәне; Ярҙам һорап ялбарғанға яуап бирҙе». 26 Бөйөк йыйында Һиңә минең маҡтауым! Һинән ҡурҡҡандар алдында Нәҙерҙәремде үтәрмен. 27 Әйҙә, бар ярлылар ашап туйһын, Раббыны эҙләгәндәр Уны данлаһын. Көс һәм ҡаһарманлығығыҙ мәңге дауам итһен. 28 Ер йөҙөнөң һәр тарафында ғүмер иткәндәр Раббыны иҫкә алыр, Уға табан боролор. Донъялағы барлыҡ ҡәбиләләр Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр. 29 Сөнки батшалыҡ тәхете – Раббыныҡы, Ҡәүемдәргә Ул хакимлыҡ итә. 30 Донъяның бар затлылары ашап туйыр, Һәм дә Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр. Тупраҡҡа төшкәндәрҙең һәммәһе – Үҙҙәрен үлемдән һаҡлай алмағандар – Уның хозурында теҙ сүгерҙәр. 31 Нәҫелдәре Уға хеҙмәт итер, Киләсәк быуындар бөйөк Хаким хаҡында ишетер, 32 Уның хаҡлығы, ғәмәлдәре хаҡында Тыуасаҡ быуындарға хәбәр итерҙәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia