Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 20 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Йә Раббы, Һин биргән көскә ҡыуана батша, Һин килтергән еңеүгә сикһеҙ шатлана!

3 Йәне нимә теләй, шуны бирҙең, Теленән төшкән үтенесен кире ҡаҡманың. Села

4 Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.

5 Ул Һинән ғүмер һораны – бирҙең, Көндәрен оҙон, мәңгелек иттең.

6 Еңеү яулатып дан ҡаҙандырҙың, Дәрәжә, бөйөклөк менән бүләкләнең.

7 Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.

8 Сөнки батша Раббыға инана, Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ.

9 Ҡулың бар дошмандарыңа барып етер, Уң ҡулың Һине күрә алмаусыларҙы тотор.

10 Һин пәйҙә булғас, йә Раббы, Уларҙы ҡыҙған мейестәгеләй яндырырһың; Ярһыуың менән ялмап йоторһоң, Ялҡыныңда яндырып бөтөрһөң.

11 Уларҙың нәҫелен – ер йөҙөнән, Тоҡомон кеше араһынан юҡ итерһең.

12 Улар Һиңә ҡаршы мәкер ҡорҙо, Яуызлыҡ ниәтләне, тик бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ!

13 Һин уларҙы кире ҡыуасаҡһың, Йәйәң уларҙың йөҙөнә төбәлгән.

14 Йә Раббы, ҡалҡ, күрһәт ғәйрәтеңде! Ҡөҙрәтеңә мәҙхиәләр уҡып, дан йырларбыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan