Зәбүр 18 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен. 3 Көн көнгә тапшыра был һүҙҙәрҙе, Был белемде төн төнгә еткерә. 4 Телмәр ҙә юҡ бында, һөйләшеү ҙә, Уларҙың тауышы ишетелмәй. 5 Әммә ауаздары бөтөн донъяға тарала, Хәбәрҙәре ер сиктәренә олғаша. Раббы күктә ҡояш өсөн сатыр ҡорған. 6 Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ; Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет. 7 Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай. 8 Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә; 9 Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә; Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса; 10 Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел. 11 Улар алтындан, саф алтын тауҙарынан ғәзизерәк; Улар балдан, кәрәҙҙән тамылйыған балдан, татлыраҡ. 12 Мин, ҡолоң Һинең, уларҙан нәсихәт алам, Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала. 13 Кем үҙенең хаталарын белер? Йәшерендәренән пакла мине. 14 Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын. 15 Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр, Башымдағы уй-ниәттәр, Һинең күңелеңә хуш булһасы, Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia