Зәбүр 16 - Изге Яҙма1 Дауыттың доғаһы. 1 Дауыттың доғаһы. Эй Раббы, хаҡ дәғүәмде тыңла, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал, Хәйләһеҙ ирендәрем әйткән доғаны ишет! 2 Һинең хозурыңдан сыҡһын миңә хөкөм; Күҙең кем хаҡлы икәнде күрһен. 3 Һин йөрәгемә текәлдең, Төндә килеп мине һынаның, Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алманың, Ауыҙымдан гонаһ һүҙ сыҡмай минең. 4 Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам. 5 Аҙымдарым Һинең юлдан атлай, Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым. 6 Һине саҡырам, эй Алла, миңә яуап ҡайтарырһың; Ҡолаҡ һал, әйткәндәремде ишет! 7 Ғәжәйеп мөхәббәтеңде күрһәт, Үҙеңә һыйынғандарҙы дошмандарҙан Уң ҡулың менән һаҡла! 8 Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер 9 Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан, Һырып алған үлемесле дошмандарҙан. 10 Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар. 11 Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар. 12 Гүйә ҡорбанын өҙгөләргә яҫҡынған йыртҡыс, Боҫоп, табышын аңдыған йәш арыҫлан. 13 Йә Раббы, ҡалҡ, уларҙың ҡаршыһына баҫ! Уларҙы ергә йығып һал! Йәнемде ҡотҡар ҡылысың менән яуыздарҙан. 14 Йә Раббы, был кешеләрҙән, Өлөштәре донъялыҡта булғандарҙан Үҙ ҡулдарың менән ҡотҡар. Ҡорһаҡтары хазиналарың менән тулһын, Балалары алҡынғанса ашап туйһын, Артҡаны ейәндәренә тороп ҡалһын! 15 Мин иһә тоғролоҡ менән йөҙөңә бағырмын, Уянғанда Һинең рәүешеңде күреүемә туҡ булырмын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia