Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 149 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ!

2 Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!

3 Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!

4 Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.

5 Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен, Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын!

6 Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау, Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын:

7 Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,

8 Батшаларына сынйыр һалыр, Бейҙәренә тимер бығау кейҙерер,

9 Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер. Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был. Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan