Зәбүр 145 - Изге Яҙма1 Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға! 2 Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға. 3 Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына. 4 Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға. 5 Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған, Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм! 6 Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған, 7 Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр, 8 Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр. 9 Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр. 10 Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан-быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia