Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 142 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Доғамды ишет, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал! Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар!

2 Ҡолоңдо хөкөмгә алып килмә, Тереләрҙән бер кем дә алдыңда аҡлана алмаҫ.

3 Дошман мине ҡыуып етте, Тупраҡҡа һалып тапаны. Гүйә мин күптән үлгәнмен – Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды.

4 Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.

5 Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам.

6 Һиңә табан ҡулдарымды һондом, Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ, Һиңә сарсағанмын. Села

7 Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы, Тәҡәтем ҡороно минең. Йөҙөңдө йәшермә минән, Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын.

8 Таңдан тоғро һөйөүеңде белдер, Өмөтөмдө Һиңә бағлағанмын; Йә Раббы, барыр юлымды күрһәт, Сөнки йәнемде мин Һиңә олғаштырам.

9 Дошмандарымдан йолоп ал, Раббы; Мин бары Һиңә һыйынам.

10 Ихтыярыңды нисек үтәргә өйрәт! Һин бит – минең Аллам. Игелекле Рухың мине Тигеҙ ерҙән әйҙәп барһын!

11 Йә Раббы, исемең хаҡына йәшәт мине, Ғәҙеллегең хаҡына йәнемде бәләнән ҡотҡар.

12 Тоғро мөхәббәтең хаҡына Дошмандарымды тар-мар ит, Йәнемде иҙеүселәрҙе юҡ ит, Сөнки мин Һинең ҡолоңмон.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan