Зәбүр 140 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал! 2 Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын! 3 Йә Раббы, ауыҙыма ҡарауылсы ҡуй, Иренемдең ҡапҡаларына йоҙаҡ һал! 4 Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын. 5 Тәҡүә кеше туҡмаһа ла мин ризамын – был мәрхәмәт; Фашлаһын – инҡар итмәм, Башыма һөрткән зәйтүн майы был. Мин ямандарҙың ғәмәлдәренә ҡаршы һәр ваҡыт доға ҡылам. 6 Башлыҡтарын ҡаянан ырғытҡан саҡта, Һүҙҙәремдең хаҡлығын аңларҙар. 7 Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ, Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор. 8 Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким, Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә! 9 Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла. 10 Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia