Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 14 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?

2 Йөрөгән юлдары камил, Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел, Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған,

3 Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;

4 Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә, Биргән антында ныҡ торған;

5 Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan