Зәбүр 139 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала. 3 Күңелдәре яуыз ниәт менән тулған, Һәр көн ҡуптаралар ғауға. 4 Телдәре йыландыҡылай зәһәр, Ҡара йылан ағыуы – ауыҙҙарында. Села 5 Һаҡла, Раббы, яуыздар ҡулынан, Залим бәндәнән ҡурсала; Улар миңә аяҡ салырға ниәтләй. 6 Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села 7 Раббыға әйттем: «Һин минең Аллам. Раббы, ялбарыуыма ҡолаҡ һал!» 8 Эй Раббы Хаким, Ҡөҙрәт эйәһе, Ҡотҡарыусым, Алыш көнөндә башымды ҡаплап торҙоң. 9 Яуыздарға теләгәнен бирмә, Раббы, Яман ниәттәрен ғәмәл итмә! Юҡһа улар эреләнер. Села 10 Мине солғап алғандарҙың үҙ башына Төшһөн ауыҙҙарынан сыҡҡан яман һүҙ. 11 Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар. 12 Яман телле илдә нығына алмаһын, Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен. 13 Беләм, Раббы ярлының хоҡуғын яҡлар, Фәҡиргә хаҡ хөкөмөн ҡылыр. 14 Шулай, тәҡүә бәндәләр исемеңә шөкөр итер, Намыҫлылар хозурыңда төйәкләнер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia