Зәбүр 129 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Упҡын төбөнән Һиңә өндәшәм, Раббы! 2 Эй бөйөк Хакимым, тауышымды ишет, Ялбарыуыма диҡҡәт менән ҡолаҡ һал! 3 Раббы, ғәйептәрҙе күҙәтеп барһаң, Кем ҡотолоп ҡалыр, бөйөк Хаким? 4 Әммә ярлыҡауың Үҙең менән, Шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ. 5 Раббыға өмөтөмдө бағлайым, Эйе, күңелем Уға ынтыла, Уның һүҙенә өмөт бағлайым. 6 Ҡарауылсылар таңды көткәндән, Эйе, таңды көткәндән дә нығыраҡ Йәнем бөйөк Хакимға ашҡына. 7 Исраил, Раббыға өмөт бағла! Раббы тоғро мөхәббәтен күрһәтә, Ҡотҡарыу Уның ихтыярында! 8 Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia