Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 121 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. «Раббының йортона барайыҡ», – тип Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин.

2 Аяҡтарыбыҙ ҡапҡаларың төбөндә, Йәрүсәлим!

3 Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим!

4 Ырыуҙар унда артылыр, Раббы ырыуҙары, Исраилға бирелгән ҡанун буйынса Раббы исеменә шөкөр итер өсөн.

5 Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған, Дауыт йортоноң тәхеттәре.

6 Именлек һорағыҙ Йәрүсәлим өсөн: «Һине һөйгәндәргә уңыш юлдаш булһын!

7 Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ, Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!»

8 Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»

9 Аллабыҙ Раббы йорто хаҡына Яҡшылыҡ теләйем һиңә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan