Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 104 - Изге Яҙма

1 Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!

2 Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!

3 Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!

4 Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!

5-6 Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!

7 Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә.

8-9 Ул Үҙенең килешеүен, Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен, Ибраһим менән төҙөгән килешеүен, Исхаҡҡа биргән антын мәңге онотмай.

10 Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы, Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек!

11 Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».

12 Ул заманда һандары аҙ, бик аҙ ине, Был илдә улар бары килмешәк булды.

13 Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә, Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа.

14 Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне, Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо:

15 «Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».

16 Ул илгә ҡытлыҡ күндерҙе, Тәғәм ризыҡ ҡалдырманы.

17 Әммә быларҙан алда берәүҙе ебәрҙе: Был ҡоллоҡҡа һатылған Йософ ине.

18 Аяҡтарына уның бығау һалдылар, Муйынына тимер ҡоршау кейҙерҙеләр.

19 Әйткән һүҙе ғәмәлгә ашҡансы, Раббының һүҙе уны һынаны.

20 Кеше ебәртеп батша Йософто азат итте, Халыҡтар хакимы уны иреккә сығарҙы.

21 Уны һарайына хужа итеп ҡуйҙы, Бар байлығын ҡулына тапшырҙы.

22 Түрәләрҙе нисек теләй, шулай эшләтһен, Аҡһаҡалдарға аҡыл өйрәтһен, тине.

23 Шул саҡ Исраил Мысырға килеп төштө, Күсеп Хам ерендә төйәкләнде Яҡуп.

24 Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте.

25 Дошмандарында халҡына нәфрәт уты тоҡандырҙы, Үҙ ҡолдарына ҡаршы мәкер ҡорҙорҙо.

26 Шунан Раббы Үҙенең ҡоло Мусаны һәм Һайлап алған Һарунды ебәрҙе.

27 Улар мысырҙар араһында, Хам ерендә, Раббы әйткән билдәләрҙе, мөғжизәләрҙе күрһәтте.

28 Ҡараңғылыҡ ебәреп илде сорнаны, Һәм мысырҙар Уның һүҙенә ҡаршы тора алманы.

29 Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.

30 Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.

31 Раббының бойороғо менән күгәүендәр мыжғыны, Илгә себен-серәкәй өйөрө тулды.

32 Ямғыр урынына боҙ яуҙырҙы, Бөтә илдә йәшенен йәшнәтте.

33 Йөҙөм, инжир баҡсаларын ҡоротто, Бөтә ағастарҙы ҡырып бөттө.

34 Әмер бирҙе: саранчалар ябырылды, Һәр тарафты ҡорт-ҡарышлауыҡ баҫты.

35 Улар бар үләнде ашап бөттө, Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты.

36 Раббы илдәге һәр беренсе тыуған ир баланы – Ирлек ҡеүәтенең тәүге емешен һәләк итте.

37 Үҙ халҡын иһә алтын-көмөшкә байытып алып сыҡты, Ырыуҙар араһында һөрлөккән һис берәү булманы.

38 Мысырҙар Исраилдан ҡурҡып ҡалғайны, Шуға улар китеүгә һөйөндө.

39 Раббы болотто халҡының өҫтөнә пәрҙәләп япты, Төндә яҡтыртып барырға бирҙе утты.

40 Һоранылар: бүҙәнәләр ебәрҙе, Күк икмәге менән туйындырҙы.

41 Раббы ҡая ярҙы – һыу урғылды, Ҡоро ерҙә йылға булып аҡты.

42 Сөнки ҡоло Ибраһимға биргән Мөҡәддәс вәғәҙәһен иҫендә тотто.

43 Үҙенең халҡын ҡыуаныс менән, Үҙе һайлап алғандарҙы шатлыҡ эсендә алып сыҡты.

44 Уларға ят ҡәүемдәрҙең ерен бирҙе, Ошо халыҡтарҙың байлығын Исраил мөлкәт итеп алды.

45 Әйҙә, Уның ҡағиҙәләрен теүәл үтәһендәр, Ҡанундарына тоғро булһындар! Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan