Зәбүр 102 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Изге исемен данла, бөтә булмышым! 2 Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Ҡылған яҡшылыҡтарын онотма! 3 Ул бар гонаһтарыңды ярлыҡай, Бөтә сирҙәреңә шифа бирә. 4 Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә. 5 Ғүмерең буйы бәрәкәтенә туйҙыра, Бөркөттөкөләй йәшлегеңде яңыртып тора! 6 Раббы бөтә иҙелгәндәргә Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ҡыла. 7 Юлдарын – Мусаға, Ғәмәлдәрен Исраил халҡына күрһәтеп биргән. 8 Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле. 9 Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ, Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ. 10 Беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап сара күрмәҫ, Енәйәттәребеҙҙең ҡоһорон ҡайтармаҫ. 11 Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур. 12 Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты. 13 Ата балаларына нисек рәхимле булһа, Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға шулай шәфҡәтле. 14 Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә. 15 Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр, 16 Өҫтөнән ел иҫкәндән юҡ булыр, Үҫкән ерендә эҙе лә ҡалмаҫ. 17 Әммә Раббының тоғро мөхәббәте Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә! Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә. 18 Уның менән килешеүҙе онотмаған, Бойороҡтарын теүәл үтәгән һәр быуынға Уның ғәмәлдәре ғәҙел. 19 Раббы тәхетен күктәргә ҡорған, Хакимлығы Уның һәр тарафта. 20 Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Эй һеҙ, Уның фәрештәләре, Уның һүҙҙәрен тыңлаған, Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре! 21 Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр! 22 Эй Раббыбыҙ бар ҡылғандарҙың һәммәһе! Ул хакимлыҡ иткән һәр урында Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia